Бейеү – бик боронғо сәнғәт төрө. Хәрәкәттәр аша донъяға образлы бағыу кешелек донъяһын күпкә байытҡан, тормош динамикаһын аңлайышлы иткән. Бөгөнгө көндә лә бейеүҙәр, бигерәк тә сәхнә аша оҫталар башҡарған бейеүҙәр, тамашасы күңелен елкендерә, кешенең торошон икенсе кимәлгә күтәрә – уйландыра, елкендерә. Ошо юҫыҡта уйлап эшләнелгән Сибай концерт-театр берекмәһе артистарының лекторий-концерттары иғтибарға лайыҡ: әйҙә, ҡара, һоҡлан!
Бөгөн “Төрлө халыҡ бейеүҙәре менән танышыу” исемле лекторий концертын Ейәнсура районының Күгәрсен ауылы мәктәбе уҡыусылары ҡараны.