Сибай концерт- театр берекмәһе 4 март киске сәғәт 19.00 Сибай драма театры сәхнәһендә үтәсәк Халыҡ- ара ҡатын- ҡыҙҙар көнөнә арналған”Яҙ килерен һиңә ҡарап беләм тип аталған күңелле, йыр- моңға бай, дәртле бейеүҙәрҙән торған байрам концертын тәҡдим итә.
Әле урамда ҡар, йылғаларҙа боҙ һәм ҡырҙа бурандар уйнаған мәлдә үк беҙ яҙ һулышын тоябыҙ. Ҡайҙан? Ҡатын-ҡыҙҙан! Уларҙың йөрәгендә йыр, ҡарашында нур һәм йылмайыуында яҙ ҡояшы сағылыуҙан.
Ир-егетте батырлыҡтарға әйҙәгән, уларҙан шағир һәм фәлсәфәсе яһаған, дәртләндергән һәм теҙ сүктергән, илатҡан һәм көлдөргән ҡатын-ҡыҙҙың ысын асылын сәхнәлә күрәбеҙ тиһәгеҙ – концертҡа килегеҙ. Яҙғы кәйеф, мәҙәни юмор, нескә хистәр, дәртле йыр-моң һәм ҡатын-ҡыҙға арналған илаһи нәфис һүҙ көтә һеҙҙе.