Беҙҙә ПРЕМЬЕРА!!!!
Иртәгә, 10 ноябрь, “Сулпан” балалар театрында “Самрау батша бүләге” исемле спектаклдең премьераһы үтәсәк.
Урал менән Булат исемле малайҙар супергеройҙар тураһында мультфильмдар, уйындар яраталар.
Уйын уйнап, улар хатта донъяһын оноталар – ашауҙан да, йоҡонан да яҙалар.
Әсәләренең әйткәнен ишетмәйҙәр ҙә, тыңламайҙар ҙа, уға: “Һеҙҙең заманда супергеройҙар булмаған бит!” – тип кенә ебәрәләр.
“Ниндәйерәк супергеройҙарыбыҙ бар! Тик һеҙ уларҙы белмәйһегеҙ. Һеҙҙең был замана геройҙары улар алдында пүстәк!” – ти әсәләре һәм эпик геройҙар, һылыу ҡыҙҙар һәм Самрау батша хаҡында һөйләй башлай. Әсәһенең мауыҡтырғыс хикәйәтен тыңлап, ошо ваҡиғалар эсенә инеп китеүҙәрен малайҙар үҙҙәре лә һиҙмәй ҡала… Хикәйәткә уларҙың фантазияһы ҡушыла һәм эпик супергеройҙар тамашасылар алдына баҫа, ваҡиғалар ысынбарлыҡта дауам итә…
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” – “Театр – балаларға” проекты сиктәрендә әҙерләнгән спектакль өҫтөндә Өфө ҡалаһынан саҡырылған ижади төркөм эшләне:
Авторы-Динара Ҡәйүмова
Ҡуйыусы режиссеры – Фирғәт Ғарипов
Композиторы – Вәсил Ғафаров
Хореографы – Александр Родионов
Рәссамы – Сулпан Азаматова
Видеографтары – Ләйсән Ғарипова, Фәһим Сөнәғәтов.
Тамаша “Сулпан” балалар театрында 15-00 сәғәттә башлана.
Билет хаҡы 150 һум.
☎8-937-331-74-74

ARVE Error: Invalid URL https://sibay-concert.ru/wp-content/uploads/2021/11/В-театре-«Сулпан»-готовится-к-премьере-спектакль-Подарок-царя-Самрау.mp4 in mp4