Сибай концерт-театр берекмәһе исеменә килгән рәхмәт хаттары беҙҙең артистарыбыҙҙың, ғөмүмән коллективтың эшенә ҙур баһа булып тора. Ошо көндәрҙә лә коллектив Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Ленинград өлкәһенең Халыҡтар дуҫлығы йорто етәкселегенән рәхмәт хаттарын алды.

