Башҡортостанда 2020 йылда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыуға номинанттарҙың исемлеге билдәле булды.

Сибай концерт-театр берекмәһе тарафынан  “Эйәрле ат беҙ менгәндәр…” театрлаштырылған концерт программаһының сценарий авторы  Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Хәбилова (Ҡаһарманова),  ҡуйыусы режиссеры,  балетмейстеры Фәнил Шәйхислам улы Әсәҙуллин,  театрлаштырылған сәхнәләр режиссеры Минзилә Марат ҡыҙы Ҡотошова,  композиторы Рәмил Париж улы Туйсин  тәҡдим ителделәр.

Был программа  Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуына һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған.

Тамаша тәүге тапҡыр 2020 йылдың март айында Сибай сәхнәһендә ҡуйылды.  9 май көндө Сибай концерт-театр берекмәһенең Бәйләнештә (Вконтакте) төркөмөндә тамашасыларға онлайн тәҡдим ителде. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында төшөрөлгән яҙма «БСТ», «Ҡурай»  телеканалдарында  күрһәтелде. Тамашасыларыбыҙ үҙҙәренең ыңғай тәҫьораттарын еткереп, бик күп хаттар яҙҙылар.

Бөгөнгө көндә “Эйәрле ат беҙ менгәндәр…” театрлаштырылған концерт программаһын берекмәнең ютуб каналында (https://www.youtube.com/watch?v=qwA3a0FIbUQ&t=1787s)  ҡарарға мөмкин.

Көслө рухлы, йөкмәткеле, сағыу, йәш быуынға тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле  тамаша  ҡуйған ижади төркөмдөң эше юғары баһаға лайыҡтыр тип ышанабыҙ.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар?

Тәҡдим ителгән концерт буйынса уй-фекерҙәрегеҙҙе, теләктәрегеҙҙе sibconcerto@yandex.ru адресына, йәки төркөмгә хат итеп ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ.

Әүҙемерәк булайыҡ, милләттәштәр!!!