10 ноябрь “Сулпан” балалар театрында “Самрау батша бүләге” исемле спектаклдең премьераһы булып уҙҙы.
Тәүгеләрҙән булып Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы уҡыусылары тамашаны ҡараны.
“Урал батыр” эпосына нигеҙләнеп ҡуйылған спектаклдең авторы Динара Ҡәйүмова. Ҡуйыусы режиссер М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов беҙҙең “Сулпан” театры менән икенсегә спектакль сығарҙы.
Тамаша Марвел донъяһы супергеройҙары һәм батырҙарыбыҙ араһында параллель ҡуйып, беҙҙекеләр бер кемдән кәм түгел икәнен күрһәтә.
Спектаклдә ҡулланылған махсус эффекттар, костюмдар (рәссамы – Сулпан Азаматова), яңы алымдар, видеоанимациялар (видеографтары – Ләйсән Ғарипова, Фәһим Сөнәғәтов), музыка (композиторы – Вәсил Ғафаров), ҡуйылған бейеүҙәр (хореографы – Александр Родионов) – барыһы ла бер бөтөн булып күренеп, бик йылы ҡабул ителде.
Тамаша өлкәндәргә лә, балаларға ла оҡшаны, бигерәк тә, Урал батыр, Шүлгән, Йүгерек батыр, Тау батырҙы ихлас алҡышланылар.
Киләһе аҙнала каникулдар тамамланып, башҡа мәктәптәр ҙә спектаклде килеп ҡарарҙар тип ышанып, көтөп ҡалабыҙ.