СИБАЙҘАР СӘХНӘ ГӨРЛӘТӘ
Сибай концерт-театр берекмәһе директоры Айбулат Минеғәле улы Ҡотошов һәм Сибай ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Сажиҙә Факил ҡыҙы Ғәниева Театр йылы уңайынан «Башҡортостан ҡыҙы»н Сибай филармонияһына ҡунаҡҡа саҡырҙы. Осрашыу ҙур концерт рәүешендә ойошторолғайны. Сибай тамашасыһы яратҡан артистары һәм абруйлы журнал мөхәрририәте вәкилдәре менән ҡатнашҡан был сараға бик тулҡынланып килде. «Башбланкиздат» ойошмаһы директоры Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы Әлибаева ошо концертта 7 театр ветеранына баҫмабыҙға бер йыллыҡ яҙылыу бүләк итте. Сәфәрҙән композитор, шағирә Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина менән бергә бик рухланып йөрөп ҡайтҡайныҡ. Хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалынды, сибайҙарҙың тын алышын, мөмкинлектәрен беҙ нығыраҡ тойҙоҡ. Киләсәктә лә ошондай сараларҙы бергә-бергә үткәрергә, аралашып торорға һүҙ ҡуйыштыҡ.
Хыял артынан
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов Белорет районы Мөхәмәт ауылында тыуған.
Мәктәптә уҡығанда Айбулаттар класы менән Сибайға сәйәхәткә килә. Шул ваҡытта уҡ: «Их, ошо бәләкәй генә, таҙа ғына ҡалала йәшәһәң ине ул!» – тигән теләк уяна унда. Халҡы, мөхите күңеленә шул ҡәҙәрем яҡын тойола үҫмер малайға. Ысынында яҙмышы тап ошо ҡала менән бәйләнер тип, ул, бәлки, уйламағандыр ҙа.
1993 йылда актер, режиссер, педагог Ғабдулла Ғиләжев Өфө дәүләт сәнғәт институтына Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры өсөн махсус курс йыя. Актер булырға хыялланған Айбулат тап шул курсҡа эләгә. Юғары белем алып килеп төшә ул Сибай ҡалаһына. Ул ваҡытта башҡаланып өлгөргән йәш артист Өфөлә радиоға диктор булып та конкурстан үтә: 120 кеше араһынан тап уны һайлайҙар, әммә Сибай егетте үҙенә нығыраҡ тарта. Ул ваҡытта ҡала хакимиәте башлығы булып эшләгән Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов, саҡырып алып, театрға килгән ғаиләлеләргә фатир бирәсәкбеҙ, тип иғлан итеүе лә хәл иткес булғандыр. Уның өсөн генә лә түгел, ул ваҡытта Сибай иҫ киткес күтәренкелектә йәшәй: институт, «Сулпан» балалар театры, Сибай яҙыусылар ойошмаһы һәм башҡа мәҙәни усаҡтар асыла. Филармония гөрләп тора. Унда талантлы сағыу йәштәр эшләй. Театр ҙа бер-бер артлы премьералар ҡуя. Мәҙәниәтһеҙ ҡала – шыҡһыҙ. Халыҡтың да йәшәргә, эшләргә кәйефе төшә. Шуға был хәрәкәт мәңге туҡтамаҫҡа тейеш. Ә уны алға әйҙәүселәр кем, һәм улар ниндәйҙәр һуң?
Донъя ҡото – һөйөү
Ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Миңзилә Ҡотошова менән улар институтҡа имтихандар тапшырған ваҡытта таныша. Икенсе курста уҡығанда йәштәр өйләнешә. Өсөнсө курста Айзилә исемле ҡыҙҙары тыуа. Хәҙер инде ул телевидениела эшләй. Сәнғәт институтын бергә тамамлайҙар. Мөхәббәтле, ныҡлы ғаилә – бер күс булып йәшәй Ҡотошовтар. Айзилә, Аҡйондоҙ, Айгүзәл исемле өс ҡыҙға, Динислам атлы улға ғүмер, матур тәрбиә биргән улар. Иң ололарына 24 булһа, кинйәләренә – 5 кенә йәш әле. Бер-береһен улар бер күҙ һирпеүҙән аңлап, тойоп йәшәмәһә, бындай матур мөнәсәбәттәр һаҡланып ҡалыр инеме? Әле Ҡотошовтар ғаиләһенә йәм өҫтәп, ейәнсәрҙәре Әминә тыуған. Олатай һәм өләсәй өсөн бының ниндәй шатлыҡ, бәхет икәнен ул тойғоларҙы кисергәндәр генә аңлай торғандыр. Сабый тыуғас, күңел ҡанаттары үҫеп, офоҡтары киңәйеп, донъялары тағы ла күркәмләнеп киткәндәй була уларҙың.
Ирле-ҡатынлы бер-береһенә өйҙә лә, эштә лә терәк: Миңзилә филармонияға режиссер булып күсеп, театрлаштырылған концерттар ҡуя.
Минән башҡа кем?
Театрҙа 15 йыл эшләп, байтаҡ тәжрибә туплағандан һуң, Айбулат Минеғәле улы 2012 йылда Ишембайға мәҙәниәт йорто директоры булып бара. Бер йыл да тимәй уны мәҙәниәт бүлеге начальнигы итеп ҡуялар. «Һәүетемсә генә йөрөгәндә, шылтыратыу булды: Сибайға эшкә ҡоҙаланылар», – тип хәтерләй ул яҙмышының һынылышлы мәлен. Янғын һөҙөмтәһендә Сибай филармонияһы бинаһы тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡҡандан һуң, нигеҙһеҙ тороп ҡалған коллективҡа етәксе булып барырға ризалашыу өсөн бик тәүәккәл, эшлекле кеше булырға кәрәктер. «Ә мин эшләмәһәм, кем?» – тип ризалаша ул был эшкә. Шыма ғына барған тормош уға күңелһеҙ. Ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу, яңы кешеләр менән танышыу, аралашыу – был уныҡы. Уның холҡона, булмышына тап килә.
2019 йылдың башында, «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһына ярашлы, Сибай концерт-театр берекмәһе бинаһын төҙөү башлана. «Ул 2020 йылдың 1 ноябрендә сафҡа инер, тип ышанабыҙ. Нисегерәк килеп сығыр, уныһын ваҡыт күрәһәтер», – ти хужа.
Сибай концерт-театр берекмәһе Сибай филармонияһы һәм «Сулпан» балалар театры берләшеүенән барлыҡҡа килә. «Әлфир Заманов, Рөстәм Хәсәнов, Ғаяз Ғәйетбаев, Сөмбөл Моратова һәм «Тархан» төркөмө егеттәрен Ринат Ғайсин, Фаил Йортбәков һәм Айнур Әминевтарҙы республикала ғына түгел, унан ситтә йәшәүселәргә лә киң билдәле, уларҙың сығыштарын көтөп алалар. Музыкантыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Ишморатов хәләл ефете Зәбирә менән Нефтекаманан күсеп килде. Ҡурайсы Рушан Ниязғолов, баянсыбыҙ Дим Шәрәфиев менән ғорурланабыҙ», – ти директор.
«Сулпан» балалар театры үҫкәндән-үҫә, нығына, репертуары байый, төрлөләнә. Дүрт режиссер килеп спектакль ҡуйҙы. Был мөмкинлек артистар өсөн дә – ҙур мәктәп. Коллективты яңы әҫәрҙәр тағы ла үҫтерә бит ул. Мостай Кәримдең 100 йыллығына «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектаклен ҡуйҙыҡ. Башҡорт драматургы Сәрүәр Суринаның «Ҡәнифә юлы»н сығарҙыҡ. «Алладин» әкиәте рус телендә донъя күрҙе. Әҫәрҙәр юҡ тип ултырыу дөрөҫ түгел, ул режиссерҙан тора. Дәүләт заказы буйынса, бер миҙгелдә өс яңы спектаклде сәхнәгә сығарабыҙ, йәмғеһе алты әҫәр ҡуйғанбыҙ», – тип һөйләй ҡыуанып Айбулат Минеғәле улы.
«Сулпан»дарҙың етеҙ, йылдам, берҙәм булыуҙарын да әйтеп үтте ул. Гөлназ Исламғолова, Альбина Байназарова, Фиуза Сафина, Юлдаш Юлдыбаев, Рәзилә һәм Фәһим Сөнәғәтовтар, Илгиз Әбдрәшитов, Денис Нурғәлин, Илнур Сәфәров – балалар театры сәхнәһен гөрләтеүселәр. Һәр бер театрҙың нигеҙе, биҙәге бар. Шулар булмаһа, театр үҫә алмай. Был артистар шул нигеҙҙе тәшкил итә. Йәшерәктәрҙе улар ҡабул итеп, өйрәтер, быуындар күсәгилешлеген һаҡлар.
Яңы бинала – яңы тормош
Яңыһы элеккеһенән дүрт тапҡырға ҙурыраҡ итеп төҙөлә. Эсендә әйләнеп торған түңәрәге була. Иң мөһиме, зал – 500 урынлыҡ! Йәштәр өсөн концерттарҙа уны 700 кеше һыйҙырышлы итеп ҡорорға мөмкин. Заманса яҙыу студияһы, лазер ҡоролмалары, 3D проекцияларын эсенә алған ҡеүәтле бинаны сафҡа индереү өсөн бик ныҡ көс һалырға, йүгерергә тура килә етәксегә. Урал аръяғында бер тигән мәҙәниәт усағын заманса йыһазландырыу халыҡ килеп күңел асып, ял итеп ҡайтһын, уларға тәҡдим ителгән концерт-спектаклдәр юғары кимәлдә эшләнһен өсөн кәрәк.
Сибайҙа ниңә русса концерт юҡ, тигән һорау ҡуялар икән. Рәсәй йондоҙҙары килеп сығыш яһаһын өсөн тап ошондай залдар булыуы шарт. Шул йәһәттән уйлағанда ла яңы филармонияны дүрт күҙ менән көтә сибайҙар.
Сибай филармонияһы егеттәре һәм ҡыҙҙары, «Сулпан» балалар театры артистары сәнғәт күгендә, республика тамашасыһы күңелендә үҙ урынын яулай. Айбулат Минеғәле улы кеүек фиҙакәр, хәстәрлекле етәкселәр булғанда, улар тамашасыны яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырыр, республика мәҙәниәте үҫешенә үҙ өлөшөн индерер.
«Талантҡа сик юҡ, һәр ҡайҙа ла ижад кешеһе һәләттәрен асырға юл табыр. Ысын сәнғәт халыҡтың танһығын ҡандырырға, уның ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә, уны көндәлек тормоштан саҡ ҡына юғарыға күтәрергә тейеш. Сәнғәт кешеһенең уҡымышлы ла булыуы шарт. Шуға ла «Башҡортостан ҡыҙы» менән хеҙмәттәшлек нығыныуға сикһеҙ шатмын», – ти республикабыҙ сәнғәте үҫешенә күп көс һалған тынғыһыҙ уҙаман.
Гөлназ Ҡотоева
Источник https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/articles/2019-yyl-r-s-y-teatr-yyly/Sibay-ar-s-hn-g-rl-t-67465/