Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында үткән күркәм сараларҙа ҡатнашты.

23 мартта «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған тантаналы концертта сығыш яһаны.

Шулай уҡ коллектив 24 мартта  Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йорто өсөн Илшат Абдрахманов ойошторған «Наҙлы баласаҡ» хәйриә концертында ҡатнашты.  Әйткәндәй, сара өсөнсө йыл рәттән үткәрелә. Әлбиттә, балалар йортонда  тәрбиәләнеүселәр ҙә сәхнәлә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Сибай филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы БР-ҙың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллинаның тамашаны матур итеп алып барыуы кисәгә йәм генә өҫтәне.

Ә 25 мартта коллектив үҙенең ижад юлын Сибай филармонияһында башлаған БР-ҙың халыҡ артисы Азамат Тимеровты алтын юбилейы менән ҡотланы.