Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы Ырымбур өлкәһе буйлап гастролдәрҙән бик уңышлы йөрөп ҡайтты. Аристарыбыҙҙың сығыштарын һәр ерҙә лә тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмделәр, яҡты йөҙ, ихлас күңел менән ҡаршы алып коллективҡа бик күп рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.