3 ноябрҙә  Сибай концерт-театр берекмәһе Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған йыл һайын уҙғарыла торған “Сәнғәт төнө-2020” онлайн-акцияла ҡатнашасаҡ.

Бәйләнештә социаль селтәрендә берекмәнең төркөмөндә тамашасыларға онлайн форматта: «Сулпан» балалар театрының «Ҡанифа юлы» спектакле һәм нәҡ ошо сараға тип филармония артистары әҙерләгән «Сәнғәт иле – хазина» концерты тәҡдим ителәсәк.