6 февраль көндө Сибай концерт – театр берекмәһе солисы Сөмбөл Моратованың концерты үтте. Тамаша бик юғары кимәлдә ойошторолған ине. Программала Сөмбөл башҡарыуында эстрада, һирәк башҡарылған халыҡ йырҙары, бәйеттәр яңғыраны. Тормош иптәше Ғәйсәр Моратов менән башҡарған дуэттары тамашасылар күңеленә бигерәк тә хуш килде.
Концерттан һуң йыр-моң һөйөүсе дуҫтарыбыҙ тәҫъораттары, уй-фекерҙәре менән бүлеште, яҡшы теләктәрен еткерҙе.






