19 февраль көндө Сибай институтының конференц-залында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар, журналистар берлеге ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡовтың “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” исемле китабының исем туйы үтте. Сара шулай уҡ яҙыусының 65 йәшлек матур ғүмер байрамына ла бағышланды.
Байрамда мәртәбәле ҡунаҡтар, ҡалабыҙҙың төрлө ойошма етәкселәре, шәхестең дуҫтары, туғандары ҡатнашты.
Сибай концерт-театр берекмәһе исеменән директорыбыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Минеғәле улы Ҡотошов ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм бүләк тапшырҙы.
Сараны Сибай филармонияһы артистары матур музыкаль номерҙары, йырҙар һәм бейеүҙәре менән биҙәне.








