Филармония менән бергә үҫте.
Әсәҙуллиндар ғаиләһе менән сирек быуат элек Сибайҙа филармония асылғас, ундағы концерттарҙа танышҡайным. Фәнил дә, Гүзәл дә сәхнәлә осоп-ҡунып йөрөгән, дәрт-дармандары ташып торған йәш кенә бейеүселәр ине.
Сәнғәткә илткән юл
Унан ошо ғаилә парының нисектер башҡаларҙан айырылып торғаны күҙ алдымда. Бигерәк тә уларҙың “Күгәрсендәр” тип аталған парлы бейеүе күңел түрендә уйылып ҡалды. Йәшлек дәрте, йәшлек ҡомары менән үтә лә бирелеп, әҫәрләнеп бейей инеләр. Әйтерһең, сәхнәлә пар күгәрсендәр өйөрөлә, бер-береһенә һөйөү хистәрен аңлата…
Аҙаҡ, 90-сы йылдар урталарында, төп эшем менән бер рәттән филармонияла ла эшләргә насип итте һәм Әсәҙуллиндар менән яҡынданыраҡ таныштым. Тағы ла Фәнил Шәйхислам улының бейеүсе егеттәр араһында иң оҫта трюктар яһауы күҙ алдымда. Унан да бейегерәк һикергән бейеүсе булмағандыр, моғайын, заманында.
Тик бөгөн һүҙем бары Гүзәл тураһында булыр, сөнки меңдәрсә тамашасының һөйөүен яулаған оҫта бейеүсе тураһында матбуғат биттәрендә бик һирәк яҙылды, ҡәләм оҫталары уны нисектер урап үтте. Ошо хатаны төҙәтеү, бейеүсенең “ысын йөҙөн асыу” – минең маҡсатым.
Гүзәл Энгель ҡыҙы һоҡланғыс таланттары менән дан алған Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа үҫә. Шулай ҙа бәләкәй генә сағында ата-әсәһе күсеп киткән тыуған ауылы Ташбулатта ла йыш булырға тура килә уға. “Уның тәбиғәте лә, халҡы ла күңелемә шундай яҡын һәм ҡәҙерле – ни тиһәң дә, шул ауылда ата-бабам донъя көткән, балалар үҫтергән, нәҫелебеҙҙе дауам иткән. Өләсәй-олатай нигеҙе үҙенә тарта һәр саҡ!” – ти ул.
Кесе йәштән район мәҙәниәт йортондағы бейеү түңәрәгендә шөғөлләнгән ҡыҙҙы бейеү серҙәренә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөлхиә Исхаҡова өйрәтә. Үҫмерҙәге тәбиғи һәләтте, отҡорлоҡто яҡшы тойған уҡытыусы уға төрлө бейеүҙәр һала һәм уҡыусыһына һоҡланыуын йәшермәй. Күмәк бейеүҙәр менән бер рәттән, Гүзәл башҡарған “Зөлфиә”, “Оҙон сәс” һәм татар, Куба, мордва, рус ҡыҙҙары бейеүҙәре йәш таланттың бик күп һәләттәрен асыҡлай, уға үҙенә ышаныс һәм дәрт өҫтәй.
Әммә киләсәген бөтөнләй башҡа, етди һөнәр менән бәйләргә теләгән ҡыҙ мәктәптән һуң халыҡ судына эшкә урынлаша. Шулай ҙа Әбйәлил районының республикала танылыу алған “Йәшлек” бейеү ансамблендә шөғөлләнеүен дауам итә.
1967 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р.З. Солтанова ойошторған һәм ике йыл эсендә “халыҡ” исемен алыуға өлгәшкән ансамблдә бейеү үҙе бер кинәнес һәм ғорурлыҡ булып тойола йәш бейеүсегә. Ансамбль гастролдәр менән ҡайҙарға ғына йөрөмәй – Әбйәлил бейеүселәрен хатта Германия, Испания, Португалия, Төркиә, Чехословакия тамашасылары ихлас алҡыштарға күмә. Ә “Йәшлек”тәрҙең Австрияға сәфәре Гүзәлдең артабанғы яҙмышында хәл иткес роль уйнай.
1989 йылдың йәй аҙағында Әбйәлил бейеүселәре сит илгә сираттағы сәфәргә юллана. Район етәкселегенең ҡарарына ярашлы, гастролдә үткән көндәрҙә бөтә бейеүселәргә лә түләүле ял бирелергә, эш урыны һаҡланырға тейеш була. Әммә ҡайтыуҙарына Гүзәлдең халыҡ судындағы эш урынына икенсе кешене алалар, ҡыҙ көтмәгәндә эшһеҙ ҡала. Уның ҡарауы, “Йәшлек” ансамбле талантлы бейеүсеһен ситкә ебәрмәй, үҙ ҡанатына ала, һәм Гүзәл яратҡан шөғөлөн дауам итә.
Сәхнә биҙәге
Ансамбль составында төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашыу, район-ҡалалар буйлап концерттар менән йөрөү бейеүсенең тәбиғи һәләтен үҫтерә, төрлө яҡлап байыта. Оҫта бейеүсе булараҡ дан алған ҡартатаһы Намаҙбай Таһиров, шул уҡ “Йәшлек” ансамблендә шөғөлләнгән туғандары Гүзәлгә рухи көс бирә, уны алға, сәнғәт донъяһына әйҙәй. Заманында район мәҙәниәт йортоноң алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы булған Мәмдүҙә Намаҙбай ҡыҙының да йоғонтоһо ҙур булғандыр, тип әйтергә урын бар…
Шулай итеп, Гүзәл бар булмышын сәхнә тормошона бағышлай. 1996 йылда республика мәҙәниәт техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлап, ошонан алда ғына яҙмышын бәйләгән райондашы Фәнил Әсәҙуллин менән Сибай филармонияһына киләләр. Уларҙың эшкә килеүе үҙе бер тарих: студент саҡтарында уҡ үҙҙәрен күрһәтергә өлгөргән йәштәрҙе төрлө ҡалаларға эшкә саҡыралар. Араларында шунда уҡ фатир асҡысын ҡулдарына тотторорға әҙерҙәре лә табыла, ләкин йәш белгестәргә Сибай филармонияһынан үҙ һүҙендә тора белгән, алдына алғанына өлгәшмәйенсә туҡтамаған Гөлназ Аҡназарова ла күҙ һала һәм уларға башҡаларҙы яҡын да ебәрмәй. Һөҙөмтәлә артабан “Сибай” бейеү ансамбленең йөҙөк ҡашына әйләнгән ғаилә пары Сибай филармонияһы сәхнәһенең биҙәгенә әйләнә.
Әйткәндәй, Учалыла үткән төбәк-ара бәйгелә “Күгәрсендәр” бейеүе менән еңеү яулап, сәнғәт һөйөүселәр араһында шөһрәт ҡаҙанған Әсәҙуллиндар ғаиләһен тамашасылар бик ихлас ҡаршы ала һәм концерт һайын дәррәү алҡыштарға, сәскә шәлкемдәренә күмә.
Актерлыҡ оҫталығын ҡушып
Ҡасандыр хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итергә хыялланған, әммә үҙен сәхнә тормошонан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмаған ҡыҙ башкөллө сәнғәт донъяһына сума. Гүзәл һәр бейеүҙә үҙенсә, тик Гүзәлсә, балҡый. Үҙе генә белгән илһам һәм дәрт менән тамашасы күңеленә юл яра. “Сонайым” бейеүендәге оло ҡатын, “Тол ҡатындар”ҙағы – почтальонка, “Порт-Артур”ҙағы һалдат ҡатыны партиялары һәм башҡа бейеүҙәрҙәге сағыу образдар бейеүсенең хис-тойғоһон, сәнғәткә булған һөйөүен тулыһынса асып бирә. “Сыбыртҡыһыҙ үтмәй туйҙар”, “Тирмә янында”, “Краковяк”, “Сиртаки”, “Сибирская плясовая”, “Калинка” күмәк бейеүҙәрендә лә Гүзәл Әсәҙуллина һәр саҡ алғы планда. Ә “Йәнгүзәлдә аулаҡта” Гүзәл бар тулылығында балҡый. Уның етеҙ хәрәкәттәре, ым-ишараһы тамашасыға бейеү телен төптән аңларға, был сәнғәт төрөнөң асылын төшөнөргә ярҙам итә.
Гүзәл Энгель ҡыҙының тағы ла бер һәләте – ул актерлыҡ оҫталығы. Үҙенә тапшырылған бөтә ролдәрҙе лә ихлас, бөтә күңеле менән башҡарыу оҫталығы хас уға. Мәҫәлән, “Ғәлиәбаныу”ҙағы – Бәҙиғә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” театрлаштырылған тамашаһындағы фельдшер Зәмзәмиә Йәнбиргәновна, “Ҡунаҡ ҡыҙы Ынйы”лағы Гөләндәм, балалар өсөн ҡуйылған иртәлектәрҙәге Мәскәй әбей, Йондоҙ һанаусы һ.б. ролдәрҙә беҙ уны бөтөнләй башҡа сүрәттә күрәбеҙ һәм талантына һоҡланабыҙ. Ҡыҫҡаһы, Гүзәл Әсәҙуллина – тыумышы менән сәхнә кешеһе, бары сәнғәт өсөн генә яратылған зат.
Әсәҙуллиндар ике ҡыҙ тәрбиәләй. Ата-әсәһе кеүек, улар ҙа сәнғәткә ғашиҡ. Нәркәс, мәҫәлән, Сибай халҡы өсөн йырсы булараҡ таныш – йыш ҡына концерттарҙа сығыш яһай, тамашасыларҙы үҙенең моңло тауышы менән һөйөндөрә. Бәләкәстәре Нурсилә бейеүҙе яҡын күрә, “Pin-kod” эстрада бейеүҙәре коллективында шөғөлләнә.
Илһамланып, дәртләнеп йәшәп ятҡан йәшлегендә Гүзәл Энгель ҡыҙына ла ауыр йән яраһы кисерергә тура килә. Бер туған һеңлеһе Эльвираның йәшләй генә аранан китеүен бик ауыр кисерә ул… Бар ҡайғыһын яратҡан эше, көндәлек ғаилә мәшәҡәттәре менән баҫырға, яңы шөғөлдәргә әүрәргә тырыша. Һүрәт төшөрөү һәләте, бәйләм эштәренә маһирлығы тап шул осорҙа асыла ла инде…
“Сибай” бейеү ансамблендә оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә Гүзәл Энгель ҡыҙы коллективта хаҡлы абруй ҡаҙанды. Бергә эшләгән иптәштәре, етәкселек уны һәр яҡлап хөрмәт итә, кәңәштәренә ҡолаҡ һала. Тәжрибәле бейеүсенең ансамблгә репетитор итеп тәғәйенләнеүе лә юҡтан түгел. Сибай филармонияһы менән бергә үҫкән, сәнғәт юлында яңы бейеклектәргә ынтылған Гүзәл ише тырыш һәм талантлы артистарыбыҙ күтәрә лә инде коллективтың бәҫен.
Сибай ҡалаһы.Автор: Мотал РӘМОВ
Иточник https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/tik-g-z-ls-bal-yy/