28 май Ҡырмыҫҡалы районында 7-се Туғанлыҡ халыҡ-ара театрҙар фестивале сиктәрендә театр Йыйын-Һабантуйы үтте! Был матур сарала «Сулпан» балалар театры коллективы ла бик актив ҡатнашып, бәйгеләрҙә еңеп бүләктәр алып, күтәренке кәйефтә имен-һау ҡайтып еттеләр. Ғәлеәхмәтова Зәлиә тоҡ менән һуғышыуҙа 3-сө урын яулаһа, Сафаров Илнур уҡтан атыуҙа беренселекте бирмәне. Афарин!









