Әлеге көндә «Сулпан» балалар театры ПРЕМЬЕРА әҙерләй!

«Тылсымлы ҡурай» спектакле «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты сиктәрендә донъя күрәсәк.

Яңы спектакль өҫтөндә тулыһынса ситтән саҡырылған ижади төркөм эшләй:

инсценировка авторы – Дамир Йосопов

режиссеры  – Ш.Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев

рәссамы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Альберт  Нестеров

композиторы – Магуля Мезинова

хореографы – Ольга Даукаева

Режиссер менән әңгәмәне тиҙҙән Сибай телевидениеһының сюжетында күрергә мөмкин буласаҡ.