Сибай концерт-театр берекмәһенең 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҙур гастролдәре дауам итә. 21-24 ғинуарҙа Баймаҡ районының Юлыҡ һәм Сыңғыҙ ауылдарында, Хәйбулла районының Йәнтеш, Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында концерттар бик уңышлы үтте. Һәр ерҙә лә коллективты бик йылы ҡаршы алдылар, аяҡ- үрә баҫып алҡышланылар.




