20-27 мартта Башҡортостанда «AРTылышFEST» республика театр фестивале үтәсәк.
Программала Башҡортостандың төп театр коллективтарының иң яҡшы постановкалары тәҡдим ителгән. Форумда Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы ҡалаларынан 12 профессиональ театр ҡатнаша.
Ете фестиваль көнө буйына Өфөнөң төп мәҙәни майҙансыҡтарында төрлө аудиторияға – балаларға, йәштәргә, өлкәндәргә иҫәпләнгән 13 спектакль күрһәтелә. Форум барышында «Башҡортостан театрҙары: үҫеш юлдары» түңәрәк өҫтәле ойоштороласаҡ.
“Сулпан” балалар театры “Самрау батша бүләге” исемле спектакль күрһәтәсәк.
https://sibay-concert.ru/xo_event/артылышфест/