Миләүшә Ҡаһарманова, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.

ШУНДАЙ КЕШЕЛӘР БАР

Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһенән күңелһеҙ хәбәр алдым: директор китә икән… Шул хәбәрҙең ысынлы-бушлы булыуына ышанмаҫҡа тырышып йөрөй инем, өмөттәр аҡланманы. Әлбиттә, ир уртаһы йәшендәге һәләтле кешенең ҡайҙалыр урынлашыры ла, юғалып ҡалмаҫы ла билдәле, әммә беҙҙә емертеп эшләп йөрөгән һәм күҙ өҫтөндә ҡаш булырлыҡ ир-егеттәрҙе тота килеп һындырып маташыуҙары, төбө-тамырынан ҡуҙғытып ташлауҙары аңлашылмай, шулай ҙа… Мин Сибай филармонияһына бер ун биш йыллап ҡына сценарий яҙамдыр. Бәлки, унан да күберәктер әле. Ниндәй генә етәкселәр ҡулында эшләмәнем, мәҙәниәт бүлегенә лә хеҙмәт иттем. Ул өлкәлә сценарист бит ул иң түбән хаҡҡа аҡылын һатыусы, күп осраҡта бушлай ҙа йөрөүсе, алданып та ҡалыусы әҙәм. Һәм минең сценарийҙарымды ла шундай юҫыҡта аҙ тотонманылар, үҙемде лә… Бер етәксе хатта: “Филологтар эт тубығынан” тигәйне яҙмамды баһалауҙы һәм түләүҙе һорағанда. Айбулат Ҡотошов коллективҡа етәксе булып килгәс, Өфөлә йәшәһәм дә, хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Һәм ышанаһығыҙмы – миңә беренсе тапҡыр сценарийға тейешле хаҡты түләнеләр! Ирешһеҙ-талашһыҙ, бер ниндәй шарттарһыҙ, алдамайса. Мине беренсе тапҡыр филармонияның банкетына саҡырып түргә ултырттылар. Беренсе тапҡыр саҡырыу ҡағыҙы менән концертыма саҡырҙылар. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, беренсе тапҡыр миңә унда сәскә бүләк иттеләр (!). Нисә йылдар нисә артистың маҡтаулы исемдәр алыуында, концерттарында, ҙур проекттарҙа булышлыҡ итһәм дә, бындай иғтибар күргәнем булманы. Беренсе тапҡыр етәксе миңә хеҙмәт итеүсегә тип түгел, ә ижад итеүсегә тейешле хөрмәт менән ҡараны. Әлбиттә, һүҙ бында минең хаҡта түгел, ә мәҙәниәт өлкәһендәге мәҙәнилек, намыҫлылыҡ, яуаплылыҡ хаҡында. Айбулат Миңлеғәле улының Сибай концерт-театр берекмәһен күтәреүе һәм юғары кимәлгә мендереп баҫтырыуын берәү ҙә инҡар итә алмаҫ. Был талапсан кеше артистарҙан талап итеп кенә ултырманы, ә бөтөн идеяларҙа, ижади процестарҙа ҡуша ҡайнап йөрөнө. Сценарий буйынса ғына ла Өфөгә лә килеп төшә ине, телефондан да сәғәттәр буйына фекерләштек. Бер ваҡытта ла еңел-елпе, нигеҙһеҙ, мәғәнәһеҙ темаларға алданманы, бөтөн хеҙмәтте башҡорт милләтен үҫтереү һәм яҡшы яҡтан күрһәтеүгә ҡорҙо. Ысын патриот, рухлы, сәмле, хатта күп осраҡта ҡурҡыуҙы онотоп ебәрә торған кеше ул. Ысын кеше! Бына шундай етәксенең ҡапыл ғына коллективты ҡалдырып китергә мәжбүр булыуына йөрәгем әсей. Уның өсөн түгел, ә филармония, “Сулпан” театры, артистар, тамашасылар өсөн борсолам күберәк. Әлбиттә, яңы етәксе килер, эшләр, бәлки тағы ла шәберәк булыр әле, кем белә? Ҡотошов та, бәлки, юғарыраҡ китәлер. Алыштырғыһыҙ кешеләр булмай тиһәләр ҙә, алыштырғы килмәй торғандары була. Быны бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһе бик яҡшы аңлай. Етәксе бындай мөнәсәбәтте бер нәмә менән дә һатып ала алмай. Ә бары тик яҡшылыҡ, ғәҙеллек, эшлеклелек менән генә.Ә Айбулатҡа ысын күңелдән уңыштар һәм сәләмәтлек теләйем. Беҙ бергә эшләрбеҙ әле, Алла бирһә. Ә бөгөн ул яңғыҙ түгел, беҙҙең бөтөн изге уйҙар уның менән.