12 ноябрҙә Сибай ҡалаһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР – ҙың мәғариф отличнигы, талантлы музыкант – баянсы, һәүәҫкәр композитор Юлай Моратовтың хәтер кисәһе уҙҙы.Сара барышында билдәле композитор исемендәге III асыҡ ҡала һәүәҫкәр композиторҙары конкурсының Гала – концерты булды. Был сара ҡала мәҙәниәт бүлеге, Сибай сәнғәт колледжы һәм Сибай концерт – театр берекмәһе тарафынан ойошторолдо. Концертта Юлай Хәким улы яҙған йырҙарҙы Сибай концерт – театр берекмәһе артистары һәм музыканттары башҡарҙы.