Мәҙәниәт

Гүзәл Әсәҙуллина, “Сибай” бейеү ансамбле солискаһы:

Мин Ҡомаҡ йылында тыуғанмын. Тимәк, был минең йылым. Әммә мин һәр яңы йылды ҙур өмөттәр менән ҡаршы алам, уҙғанынан яҡшыраҡ булһын тип теләйем. 2019 йылда эшемде баһаланылар. Күп кенә Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары алып һөйөндөм. Хеҙмәтеңде күрә белеүҙәре—үҙе үк ҙур шатлыҡ. Йәнә “Байыҡ”ҡа барып ҡайттыҡ. Төрлө йылдарҙа Гран-при алыусы ансамблдәр, бейеүселәр сығыш яһаны бит. Был иҫтә ҡалырлыҡ байрам төҫө алды. Дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттыҡ.

Йондоҙнамагә күҙ һалып барам. Беҙ, ҡомаҡтар, йылғыр, хәйләкәр халыҡ.  Йәш саҡта бигерәк сос булдым. Хәҙер сама беләбеҙ. Әлбиттә, сысҡан йылында тыуғандарҙың барыһы ла игеҙәк кеүек бер иш булмай инде. Әммә беҙҙе бәрләштергән төп һыҙаттар бар.

Яңы башланып торған йыл ҙур үҙгәрештәр алып килер тип ышанам, дөрөҫөрәге шуны теләйем. Кем нисектер, мин Совет заманындағы кешеләр мөнәсәбәтен һағынам. Шул дәүерҙәге кеүек бер-беребеҙгә иғтибарлы, яр-ҙамсыл, мәрхәмәтле булһаҡ ине. Үҙебеҙҙе генә ҡайғыртып йәшәмәйек, туғандар, күршеләр менән ҡатышайыҡ. Тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, изгелектәр өләшеп йәшәйек әле! Бына, Яңы йыл байрамында шул сифаттар сағылып ҡала бит ул. Күңел күтәренкелеге һиҙелә, кешеләр бер-береһен ҡотлай, ҡунаҡҡа йөрөшә, бүләктәр бирешә, әҙ генә ваҡытҡа булһа ла ауыр уйҙар юғала. Кешенең һәр саҡ кәйефе, яҡшылыҡҡа өмөтө-ышанысы булһын өсөн, тормош яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейеш. 2020 йылдан шундай ҙур үҙгәрештәр көтәм мин!

Резеда Валиева

Источник https://ataysal.rbsmi.ru/articles/m-ni-t/ur–g-resht-rg–m-t-it-m-70148/