Кисә Сибай концерт-театр берекмәһенең яңыртылған бинаһында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тип аталған мәртәбәле сара уҙҙы. Оҫта ҡулдар эшләгән милли биҙәүестәр, көнкүреш әйберҙәре, күҙ яуын алып торған бәйләмдәр, йәшмә таштарынан ҡырылған әйберҙәр күргәҙмәһе иртәнге сәғәт унда уҡ тәүге тамашасылар иғтибарына тәҡдим ителде. Зумба, стриппластика, башҡорт бейеүҙәре йүнәлешендәге ритмик хәрәкәттәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Дуҫтарса мөнәсәбәт һәм һөйөү тойғоһо бөтөн майҙанды биләне, матурлыҡ, нәзәкәтлек һәр тарафты солғап алды.