Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле коллегалар! Яратҡан тамашасыларыбыҙ!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Яңы йыл – барыбыҙҙың да яратҡан байрамы. Ул һәр кем өсөн оло өмөттәр бағлап, киләсәккә ышаныс биргән тылсымлы тантана. Тыуасаҡ йылда барлыҡ ҡыйыу пландарығыҙ, изге теләктәрегеҙ, матур ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын! Яңы йыл һеҙгә яңы шатлыҡтар, яңы ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр алып килһен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, ғаилә именлеге һәм ҙур уңыштар теләйбеҙ!
