5 март көнө Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәсимә Ғиззәтуллинаның “Ҡырҡ сырағым” исемле әҙәби-музыкаль кисәһе үтте. Сара иғлан ителгән Башҡорт теле йылы һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды.
Кисәгә килгән тамашасылар төрлө ҡатын-ҡыҙ яҙмыштарын бер ҡыуанып, бер илап күңеленән үткәрҙе. Артисты нисек ҡабул итеүҙәре, залда бер тауыш-тынһыҙ монологтарҙы тыңлауҙары, бөтөн иғтибары һәм баһаһы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.
Тамашаның сценарий авторы – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова,
режиссеры –Минзилә Ҡотошова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы,
композиторы – Илшат Яхин, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре,
музыкаль биҙәүсеһе – Радик Далхин,
рәссамы – Зилиә Нурғәлиева,
костюмдар тегеү оҫтаһы – Рәшиҙә Ҡоҙашева,
сәхнә биҙәлеше бүлеге мөдире – Роза Әхмәтшина








