26 мартта Сибай ҡалаһында Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылы сиктәрендә “Үткәндәргә ихтирам, киләсәккә өмөт менән…” тип исемләнгән бик матур сара үтте. Сибай концерт-театр берекмәһе артистарының көсө менән ойошторолған сарала республикала ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн донъя күреүсе “Башҡортостан ҡыҙы” журналы мөхәррире – билдәле шағирә Гөлназ Ҡотоева менән яҙыусы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөһрә Фәйзуллина ҡатнашты.

Сарала уҙған быуатта республикала билдәлелек алған Сибай халыҡ театры артистарын тәбрикләү мәле айырыуса тулҡынландырғыс булды. Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова, Марсель Хоҙайғолов,  Зөлфирә Ғөзәйерова, Нурия Һөйәрғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фиуза Сафина һәм башҡаларға иғтибар һәм хөрмәт күрһәтелде. Баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар кисәлә ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары, бүләктәр тапшырып  ҡыуандырҙы.

Филармония артистарының сығыштары менән үрелеп барған сара тамашасыларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы, матбуғат баҫмаһы менән мәҙәниәт усағы  араһындағы дуҫлыҡ ептәрен нығытты.