«Сулпан» балалар театры  «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» – «Театр – балаларға» федераль проекты ярҙамында ике пассажирҙар һәм йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән  Газель NEXT автомобилдәре менән тулыланды. 

«Берҙәм Рәсәй»  партияһына, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. 

Ә артистарыбыҙға сыҡҡан юлдарында имен-һау йөрөһөндәр, тип кенә теләргә ҡала!