5 мартта Сибай концерт-театр берекмәһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина башҡарыуындағы “Ҡырҡ сырағым” исемле әҙәби-музыкаль кисәгә саҡыра!
Ҡатын-ҡыҙ образының төрлө ҡырын, төрлө сағылышын һәм сүрәтен асып бирер тамаша Башҡорт теле йылына һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамына бағышлана. Моноспектакль нәфис һүҙ аша гүзәл зат булмышын, уның һоҡланғыс һәм тетрәткес хистәрен, уй-теләктәрен, хыялдарын һәм донъяға ҡарашын сағылдыра.
Ҡырҡ сыраҡлы ҡатын-ҡыҙ булмышы хаҡында ишетергә теләйһегеҙ икән – Нәсимә Ғиззәтуллинаны тыңларға килегеҙ. Уның әйтер һүҙе бар…
Авторы – Миләүшә Ҡаһарманова
Режиссерҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Минизилә Ҡотошова, Нәсимә Ғиззәтуллина
Композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илшат Яхин
Ҡуйыусы рәссамдары – Роза Әхмәтшина, Зилиә Нурғәлиева
Музыкаль биҙәүсе – Айҙар Йосопов
