Сәнғәт кешеһенә күп кәрәкмәй, тулы залдар, аншлаг булһа, шул етә. Юҡ, сәнғәт кешеһенә бик күп кәрәк. Уға иғтибар, билдәлелек кәрәк, хатта тамашасы һөйөүе лә аҙ уға, рухи таяныс, милләттәштәренең ихласлығына мохтаж ул.
Сибай концерт-театр берекмәһе артистары “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, РИТАЙЫМ!” исемле концерт программаһы менән республикабыҙҙың туғыҙ ҡалаһы буйлап турнела йөрөп ҡайтты. Нисек ҡабул иткәндәр уларҙы, тамашасылар иғтибарын тойғанмы улар? Иң тәүге, саф тәьҫораттары тураһында һорашып, берекмәнең концерттарҙы ойоштороусы администраторы Земфира Рәшит ҡыҙы Ғирфановаға мөрәжәғәт иттек:
• Был турнеға әҙерлек майҙа уҡ башланғайны, барыһы ла шыма ғына барҙы. Әлбиттә, ҡатмарлыҡтар ҙа булды, сөнки ил кимәлендә барған ауырлыҡтарҙы, мәҙәниәт усаҡтарының хәлен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына рәхмәтлебеҙ, улар хатта планлаштырылған спектаклдәрен күсереп, беҙгә сығыш яһау мөмкинлеген таптылар. Ял көнөнә тура килһә лә, тулы зал тамашасылар килде һәм концертыбыҙ айырыуса гөрләп үтте. Был концертыбыҙҙы ойоштороуҙа Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының баш белгесе Гөлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова (был программаның ҡуйыусы-режиссеры, балетмейстеры) ҙур ярҙам күрһәтте. Концерт ваҡытында өлөшләтә мобилизация буйынса Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үтеүсе коллега-егеттәребеҙ менән тура эфирҙа һөйләшеү ойошторолдо. Гастролебеҙ Күмертауҙа башланды. Бында урындағы башҡорт ҡоролтайының, өсөнсө һанлы башҡорт гимназияһының ярҙамын тойоп ҡыуандыҡ. Күршеләге Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт мәктәбе коллективы, алыҫ араны үтеп, концертыбыҙға килеп етте. Ишембайҙа лекторий-концерт бик һәйбәт үтте. (Әйткәнәдәй, “Сибай” ансамбленең бейеүсеһе, әлеге мәлдә Ҡазанда хәрби әҙерлек үткән Динар Хәмзин ошондағы Зәки Вәлиди исемендәге интернат-гимназияның сығарылыш уҡыусыһы). Ғөмүмән, ишембайҙарҙың ихтирамына, иғтибарына рәхмәтлебеҙ. Дәүләкән районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Факил улына ҙур рәхмәт, ярҙамын һәр яҡлап тойҙоҡ. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла һәйбәт ҡаршы алдылар. Педагогия институтының, театр-концерт берекмәһендәге коллегаларыбыҙҙың йылы мөнәсәбәтен тойҙоҡ. Мәләүездә Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт гимназияһы, бигерәк тә, уның директоры, урындағы башҡорт ҡоролтайы етәксеһе Рафиҡова Ләлә Хәниф ҡыҙына ҙур рәхмәт. Ҡала халҡы ла бик ихлас ҡаршылыны, райондың “Көнгәк” гәзите матур реклама яһаны. “Көнгәк” бейеү ансамбле бөтөн коллективы менән килде. Дүртөйлөлә көндөҙгө лекторий-концерт ҡына булды, сөнки ул көн мобилизация буйынса оҙатыуға тура килде. Нефтекама филармонияһының ярҙамы ла ҙур булды. Башҡорт теле һағында тороусы, райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методисы Рушана Риф ҡыҙы, башҡорт гимназияһының директоры Әлфиә Ишмөхәмәт ҡыҙы балаларҙы концертҡа саҡырыуҙа ҙур эш башҡарҙылар, иң күп балалар һаны Нефтекамала булды, кис көнө студенттар ҙа күп булды. Унда шул тиклем рухлы башҡорттар йәшәүенә хайран ҡалдыҡ. Туймазылар ҙа иҫ киткес һәйбәт ҡаршы алдылар: райондың мәктәп уҡыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбитәте уҡытыусылары килде. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Рәфҡәт улы Әбсәләмовҡа айырыуса рәхмәт әйтке килә. Ғөмүмөн, сибайҙарҙы бөтә ерҙә лә белеп торалар, концертты ихлас ҡарайҙар, йылы һүҙҙәрен йәлләмәйҙәр, матур теләктәрен еткерәләр. Ауыр мәлдәрҙә халыҡтың кәйефен күтәреүебеҙгә бик шатбыҙ.