Бөгөн йырсылар һәм музыканттар һынау тотто. Аттестацияның һөҙөмтәләренән бигерәк комиссия ағзалары менән тере аралашыу күңелгә май булып яғылды. Күрәһең, тормоштағы ҡырҡыу үҙгәрештәр бөтәбеҙҙе лә үҙ ҡабырсаҡтарыбыҙға бикләгән, тормош ауырлыҡтары, хафалы кәйефтән үҙ һутыбыҙҙа ҡайнай башлағанбыҙ. Үҙ һутында бешкән ит кенә тәмле булалыр, сәнғәт өлкәһе иркенлек ярата. Ике яҡлы аралашыу киләсәктә лә дауам итһә, һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәҫ.