Тормош һынауҙарҙан тора. Һәр һынау кешене нығыта, уйланырға мәжбүр итә, киләсәккә өмөттәр уята. Әле артист-коллегаларыбыҙ өсөн шундай һынау осоро башланды, улар һөнәри кимәлдәрен баһалау буйынса аттестация үтә. Бөгөн бейеүселәребеҙ һынау тотто. Аттестация тураһындағы фекерҙәре менән Сибай концерт-театр берекмәһе етәксеһе Мөнир Юнир улы Кәлимуллин уртаҡлашты:
Беҙҙең өсөн аттестация иң тәүҙә артистарҙың сәнғәттәге үҙ урынын белеү, оҫталыҡ кимәлен билдәләү өсөн үткәрелә. Улар араһында аңлы конкуренция булырға тейеш. Электән шулай булған, артабан да дауам итәсәк. Минең уйымса, был сара иң тәүҙә артистар өсөн файҙалы, сөнки сәнғәт өлкәһендә дан ҡаҙанған тәжрибәле белгестәрҙең баһаһы, теләктәре уларға ижадҡа ынтылыш бирәсәк. Әле әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, киләсәктә категориялар системаһын тикшереп, ҡулланыуға индерәсәкбеҙ, эш хаҡы артистың оҫталыҡ кимәленә ҡарап түләнәсәк.