Бейеүселәр (балет артистары), йырсылар (артист-вокалистар) менән музыканттарҙың һынауынан һуң сират драма артистарына етте. Уларҙың эш үҙенсәлеге айырмалы булғанға күрә, артистарҙың сығышын ҡарағас, төп һығымта Антон Павлович Чеховтың әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Каштанка” спектакле буйынса яһалды. Театр белгестәренең файҙалы кәңәштәре, тәрән мәғәнәле уй-фекерҙәре коллегаларыбыҙға киләсәккә дөрөҫ йүнәлеш алырға ярҙам итер, тип ышанайыҡ.