“Илһөйәр әлифбаһы” музыкаль-поэтик драманың премьераһы сәхнәгә сыҡты. Кисә менән бөгөнгө, тарих менән заман төшөнсәләре бергә буталған мәлдә, балалар интернет селтәрҙәре аша тәрбиәләнгән саҡта бик тә урынлы, ваҡытында сәхнәгә сыҡҡан тамаша булды ул. Әҫәрҙең сценарийы буйынса төп персонаж – заман уҡыусыһы элекке менән бөгөнгөнө тоташтырыусы булараҡ күҙ алдына баҫа, сәхнә менән тамашасылар араһында күренмәҫ күпер һала. Театрҙа, сәхнәлә шулай… Ә тормошта, ҡыҙғанысҡа күрә, ундай күперҙәр юҡ. Шуға күрә үҫеп килеүсе быуын өсөн бындай тамашаны ҡарау бик тә фәһемле. Премьераның дауамлы булыуын, сулпандарҙың репертуарын байытыусы спектаклгә әйләнеүен теләйек.