Яңы йыл байрамы йыл да ҡабатланып тора. Шулай булған, буласаҡ. Байрам булғас, кәйефтәрҙе күтәргәндәй тамашалар ҙа була. Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы төп эш йүнәлеше буйынса ғына түгел, ихласлыҡ һәм күңел ҡушыуы буйынса ла, әлбиттә, бындай сараларҙан ситтә ҡалмай. Быйыл әҙерлек нисек бара, ниндәй тамаша көтә балаларҙы? Ошондай һорауҙар менән “Сулпан” балалар театрының художество етәксеһе Урал Рәфҡәт улы ЗӘЙНУЛЛИНҒА мөрәжәғәт иттек:
– Быйыл Яңы йылға беҙ “Морозко” рус халыҡ әкиәтен сәхнәләштерәбеҙ. Был әҫәр барыбыҙға ла таныш, күп быуын балалары уны ҡарап фәһем алып үҫкән. Әкиәттә кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре – дөрөҫлөктө һөйләү, алдашмау, гел генә яҡшылыҡтар эшләү кеүек сифаттар ярылып ята. Изгелектең бер ваҡытта ла ерҙә ятып ҡалмауын бөтәбеҙҙә беләбеҙ, әммә был турала йыш ҡабатлау бер ҙә яҙыҡ түгел. Тамашаны балаларға яңы йыл бүләге итеп тә, фәһемле дәрес булыуын иҫәпкә алып та эш итәбеҙ. Башланғыс класс балалары өсөн әҙерләнә Яңы йыл спектакле, әммә үҫмерҙәр өсөн дә ул бик тә файҙалы булыр, тип ышанабыҙ. Әкиәттәрҙе ололар ҙа яратып ҡарауын да онотмайыҡ. Яңы йыл байрамы тамашаһы әкиәт ҡарағандан һуң фойела шыршы янында дауам итәсәк: төрлө уйындар буласаҡ, балалар Ҡыш бабайға үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтәсәк. 22 декабрҙә сәғәт 11-ҙә премьераға көтәбе