“Яңы йылым – яңы йырым” проекты үҙ эшен башланы. Яңылыҡтың асылына төшөнөр өсөн проекттың авторы, башланғысҡа йән өрөүсе, Сибай концерт-театр берекмәһе директорының ижад буйынса урынбаҫары Рәмил Париж улы ТУЙСИНҒА мөрәжәғәт иттек:
– Яңы йылда ниндәйҙер мөғжизә буласаҡ, тигән өмөт һәр беребеҙҙең күңеленә бала саҡтан һеңеп ҡалған. “Яңы йылым – яңы йырым” проекты идеяһы нәҡ шул ышанысҡа таянып барлыҡҡа килде. Сәнғәт учреждениеһы булараҡ, тамашасыларыбыҙ өсөн мөғжизәне беҙ ижад әҫәрҙәре аша яңылыҡ индеререп барлыҡҡа килтерә алабыҙ. Рифмаға һалынған “Яңы йылым- яңы йырым” исеме үҙе үк ишаралай: яңы йылдың яңы йыр биҙәктәре, шатлыҡ-һөйөнөстәре тыңлап туймаҫлыҡ йыр һымаҡ булырға тейеш. Ошондай фекерҙәр үҙенән-үҙе уйға килеп, телгә күсте. Йырсыларыбыҙҙың күп йырҙары эфирҙа күренмәй ҡала, сөнки сәхнәнән йырланған һәр йырҙы күрһәтеп өлгөрә алмайбыҙ, ә ижадсы өсөн ул һәр мәлдә – иртәле-кисле, көнө-төнө күңел талабы булып ҡала. Ошоларҙы иҫәпкә алып, маҡсат ҡуйҙыҡ: ирекле темалағы яңы йырҙарҙы Яңы йыл байрамы айҡанлы халыҡ араһына сығарыу, концерт программаһы төҙөп, тамашасыларыбыҙға күрһәтеү. Тәүге уйым буйынса аудиоформат булырға тейеш ине, техник мөмкинселектәребеҙҙе иҫәпкә алып, видеоформатҡа күстек. Ҙур эфирҙағы кеүек кимәл әлегә булмаҫтыр ҙа, әммә йөкмәтке кимәле булыуы шарт. Киләсәктә бындай тамашаларҙы камиллаштырыуға орлоҡ буласаҡ был ынтылыш. Яңы йыл каникулдарында проекттың дауамы ауылдарҙа концерт программаһы буйынса күрһәтеләсәк. Әле видеотаҫмаға төшөрөү бөтөү кимәлендә, сығыштарҙы монтажлау яңы йыл байрамдары алдынан тамамланасаҡ. Хеҙмәттәшебеҙ Радмир Иҫәнғолов ең һыҙғанып ошо еңел булмаған эш менән шөғөлләнә. Артистар яңылыҡты бик ыңғай ҡабул итте, сөнки уларға этәргес кәрәк, ошондай башланғыстар, идеялар тәҡдим итһәң, улар ихлас ҡаршы алып ҡушылалар. Беҙҙе яратҡан, беҙҙең менән ҡыҙыҡһынған, беҙҙең ижадты күҙәтеп барған тамашасыларыбыҙҙы концерттарыбыҙға саҡырабыҙ, сөнки тик улар өсөн генә яңы әйберҙәр эҙләйбеҙ, уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәбеҙ, улар өсөн борсолабыҙ, халҡыбыҙҙың сәнғәте өсөн файҙалы эштәр башҡарабыҙ. 2023 йыл Башҡортостанда Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип аталасаҡ. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһе барышында иғлан итте. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлда, файҙалы йүнәлештә эшләйбеҙ.