“Ынйыҡай” бейеү ансамбле бынан ун йыл элек Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә барлыҡҡа килә. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Вәкил ҡыҙы Аҡназарова ойоштора. 2020 йылда ул Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле эргәһендәге балалар студияһы булараҡ рәсми теркәлә, статусын үҙгәртә. Быйыл, Эльвира Вәкил ҡыҙы Өфөгә күсеү сәбәпле, ансамблдең яңы етәксеһе итеп Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәзилә Әнүәр ҡыҙы Нәбиуллина тәғәйенләнде. Үҙенең йәшәү дәүерендә “Ынйыҡай” ансамбле бер нисә йыл рәттән Рәсәй һәм республика буйынса үткәрелгән фестивалдәрҙең, конкурстарҙың еңеүсеһе һәм Гран-при эйәһе булды. Маҡсатлы, эшлекле йүнәлеш дауам итә, быйыл да ынйыҡайҙар еңеүселәр рәтендә. Педагогтар балаларҙы классик бейеүҙәргә өйрәтә, гимнастик күнекмәләр үткәрә, заманса бейеүҙәр ҙә күҙ уңынан ситтә ҡалмай, халҡыбыҙҙың сәхнә бейеү өлгөләре лә киләсәктә өйрәтелә башлаясаҡ. Төп төркөмдән тыш әҙерлек төркөмө лә бар. Балаларҙы халҡыбыҙҙың бейеү өлгөләренә әлеге көндә “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләүсе балет артистары Гөлиә Юлдыбаева менән Азамат Тажетдиновтар өйрәтһә, Нурия Бирғәлина заманса бейеү серҙәрен аңлата. Балалар студияһы булыу берекмә өсөн бик мөһим, сөнки буласаҡ артистар тәрбиәләнә. Шуға күрә “Ынйыҡай”ҙың төп репертуары, әлбиттә, йәш айырмаһын иҫәпкә алып, “Сибай”ҙарҙың репертуарынан айырылмаҫҡа тейеш. Балет артисы, уҡытыусы булараҡ та, бейеүсе булараҡ та, үҙе белгәнде балаларға яҡшыраҡ күрһәтә һәм өйрәтә ала. Студия мәктәбен үткән Мәҙинә Нарынбаева, мәҫәлән, әлеге көндә үҙе балет артисы булып эшләй, ситтән тороп юғары белем ала. Башҡа ынйыҡайҙар ҙа киләсәктә “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең составын тулыландырыр, тип ышанғы килә. Тәрбиәләнеүселәр аҙ түгел: төп төркөмдә һигеҙ пар бейей. Дәрестәргә улар бик теләп, ихлас йөрөйҙәр, оҫталыҡтарын арттыралар, бейеүсе ағай-апайҙарына оҡшарға тырышалар. Илназ Вәлиев, мәҫәлән, быйылғы Рәсәй ҡалалары буйлап үткәрелгән Һабантуйҙарҙа өлкәндәр менән бер рәттән “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балет артисы булараҡ ҡатнашты. Быуындар күсәгилешлеге һәр саҡта ал бик мөһим, Сибай концерт-театр берекмәһе студияға һәр яҡлап ярҙам итә икән, ынйыҡайҙар ҙа “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең патриоттары булырға тейеш.