Хөрмәтле концерт-театр берекмәһе хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайым. Мөғжизәле был байрам һәр берегеҙгә өмөт сатҡылары, киләсәккә ышаныс алып килһен. Яҡты хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, ауырлыҡтарға бирешмәй, түҙемлек менән изге маҡсаттарығыҙға өлгәшергә яҙһын. Бөтә ҡыйынлыҡтар артта ҡалһын. Яҡты өмөттәр һәм ышаныс менән йәшәйек, алдағы йылдар тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға, шатлыҡлы һәм бәхетле минуттарға бай булһын! Яңы йыл һеҙгә яңы шатлыҡтар, яңы ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр алып килһен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, ғаилә именлеге һәм ҙур уңыштар теләйем!
Яңы йыл менән!
Юнир Мөнир улы.