Йыл башын Сибай концерт-театр берекмәһе артистары яңы программа менән башланы, “Яңы йылым – яңы йырым! ” исемле проект буйынса бик матур йырҙар башҡарып, тамашасылар күңелен яуланы. Байрам көндәрен 2-се Этҡол, Йәнйегет, Хәлил һәм Басай ауылдары халҡы моңло йырҙар тыңлап үткәрҙе. Ошо тамаша Сибай халҡына 13 ғинуар киске сәғәт етелә күрһәтеләсәк.
Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис (30 ғинуар), Ғәҙелбай (31 ғинуар), Юлыҡ (1 февраль), Яйыҡбай (2 февраль) ауылдары халҡына ла күңелле тамаша тәҡдим итәбеҙ.