Сибай концерт-театр берекмәһенең Ҙур залында башҡала артистарының “Йыр көсө” тип аталған ҙур концерты булып үтте. Күршеләрҙе, бигерәк тә үҙәктән килгәндәрҙе, тамашасылар йылы ҡабул итә. Был аңлашыла: Өфө артистарын радио аша йышыраҡ ишетәбеҙ, үҙәк телевидениенан күберәк күрәбеҙ. Эргәгә килгәндә ып-ысын үҙҙәрен ниңә яҡындан күреп ҡалмаҫҡа!
Башҡалалар һынатманы: ике яҡ та бер-береһенән ҡәнәғәт ҡалды.