Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры яңы спектакль өҫтөндә эш башланы. Һәр әҙерлек берекмә өсөн көсөргәнешле, яуаплы мәл. Премьера ваҡытында беҙ актерҙарҙың уйынын күрәбеҙ, ә бит художестволы әҫәр тел яғынан шымарып, музыкаль яҡтан биҙәлеп, пластик хәрәкәттәр менән матур итеп эшләнгән декорациялар майҙанында зауыҡлы костюмдарҙа уйналһын өсөн әллә күпме кешенең хеҙмәте ята. Спектаклгә әҙерлек тураһында белешеп, уның ҡуйыусы-ркжиссеры Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Барый улы ЙОСОПОВҠА мөрәжәғәт иттек:
– Күңелгә ятышлы әҫәрҙе табыр алдынан әллә күпме пьесалар уҡып сығырға тура килде, әммә әле һайланған пьесаға кире әйләнеп ҡайттым, сөнки ул бөгөнгө көн талабына яуап бирә. Ул балалар өсөн дә, ололар өсөн дә, ғөмүмән, йәмғиәт өсөн бик фәһемле әҫәр. Артистар ҙа пьесаның йөкмәткеһен тәрәндән аңлап ҡабул иттеләр, оҡшаттылар. Әйтерһең дә, автор (К. К. Сергиенко) бик күп йылдар элек бөгөгө көн тураһында яҙған. Тормошта бөгөн нимә етмәй? Бер-беребеҙгә иғтибар, ихтирам, мәрхәмәт етмәй, тоғролоҡ һәм намыҫ тураһында онота башланыҡ. Вайымһыҙлыҡ көслө бөгөн! Эттәр тураһындағы ҡыҙғаныслы сюжетҡа таянып, ана шул етешһеҙлектәрҙе асып һалыу – төп уйым. Спектакль балалар өсөн дә, ололар өсөн дә берҙәй фәһемле булыр, тип уйлайым. Ғаиләләре менән бергәләп килһәләр тағы ла файҙалыраҡ буласаҡ.
Тамашаны музыкаль яҡтан БР атҡаҙанған артисы Марат Ғөбәйҙуллин биҙәйәсәк, хореографы – БР атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин, рәссам – Зилә Нурғәлиева.