Сибай концерт-театр берекмәһенең Ҙур залында “Әйтсе, Ҡурай…” исемле тамаша булып үтте.
Концерттың төп башҡарыусыһы талантлы, рухлы музыкантыбыҙ Айнур Әминев ошо тамашала халҡыбыҙҙың Бөйөк Ҡурайы аша халҡыбыҙ сәнғәтенең милли үҙенсәлеген, ҡиммәтен күрһәтте.
” Әйтсе, Ҡурай…” (режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин) программаһында шулай уҡ Ғаяз Ғәйетбаев, Алина Вәхитова, Зәриә Ырыҫмәхәмәтова, “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле , филармония оркестры һәм ижадташ дуҫтары ҡатнашты.
Музыкант Айнур Әминевҡа филармонияла ун йыллыҡ хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығынын Почет грамотаһы тапшырылды.