Тормош бер урында тормай. Ниндәйҙер һөнәр юғала, йә булмаһа, замана талаптарына бойһонған яңы һөнәр барлыҡҡа килә. Тик уҡытыусы һөнәре – мәңгелек!
“Укытыусы һәм Остаз” йылы сиктәрендә ойошторолған БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова-Кәримованың “Ғүмер ҡыңғырауҙары” исемле театрлаштырылған тамашаһы булып үтте. Концертта мәртәбәле ҡунаҡтар, ҡалабыҙҙың төрлө ойошма етәкселәре, Әлнисә Рәхимйән ҡыҙының коллегалары, уҡыусылары, дуҫтары ҡатнашты.
Тамашаны саҡырылған ҡунаҡтар һәм Сибай концерт-театр берекмәһе артистары башҡарыуында авторҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, матур музыкаль номерҙар, бейеүҙәр биҙәне.
Үҙ эшен яратҡан, һайлаған һөнәренә тоғро кешеләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Улар намыҫ менән эшләй, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, тик алға – яҡтылыҡҡа табан атлай. Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы тап шундайҙарҙан!