?Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһе артистары Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы клубында мәктәп уҡыусылары һәм ауыл халҡы өсөн “Әйтсе,ҡурай…” (режиссеры— Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, Сынғыҙ ауылы егете) исемле концерт программаһы менән сығыш яһаны. Башҡорт донъяһы иленә күп зыялы шәхестәр биргән ауылдың тамашасылары концертты бик йылы һәм ихлас ҡабул иттеләр, ҡурайсы Айнур Әминевҡа яҡшы баһа бирҙеләр.
Матур ҡаршы алып, тәмле аш-һыу менән хөрмәт иткән клуб мөдире Айгөл Мостафа ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Иртәгә Сибай филармонияһы артистары Темәс ауылында ошо уҡ программа менән сығыш яһаясаҡтар. Уңыштар юлдаш булһын!