Донъяла әкиәтһеҙ халыҡ булмағандай, әкиәт ишетмәй үҫкән кеше лә юҡ. Әкиәттәрҙә халыҡтың үткән замандарҙағы тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, көрәше, матур киләсәккә ынтылыштары, ҡанатлы хыялдары сағылған.
Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһендә “Сулпан” балалар театры әҙерләгән “Әкиәт китабы” спектакле тамашасы хөкүменә тапшырылды.
Башҡорт, татар, ҡытай, рус әкиәттәренә таянып ҡуйылған спектакль, артистарҙың йәнле уйыны бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Заманса технологиялар менән биҙәлгән, матур костюмдар, иҫ киткес сағыу декорациялар, үҙенсәлекле музыка һәм бейеүҙәр барыһы ла бер бөтөн булып күренеп, бик йылы ҡабул ителде.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” – “Театр – балаларға” проекты сиктәрендә әҙерләнгән спектакль өҫтөндә Өфө ҡалаһынан саҡырылған ижади төркөм эшләне: авторы— Динара Ҡәйүмова, ҡуйыусы режиссеры— Фирғәт Ғарипов, композиторы— Вәсил Ғафаров, хореографы — Александр Родионов, рәссамы— Рөстәм Баймөхәмәтовтар.