Уҙған ялдарҙа Сибай концерт-театр берекмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы Кәлимуллин Ю. М. етәкселегендә ике ижади төркөм Ҡаҙағстан Республикаһы Ҡостанай ҡалаһында үткән байрам сараларында ҡатнашты. Артистар төрки телле халыҡтар араһындағы «TURK fest.kst” республика фестивалендә, шулай уҡ Ҡостанай ҡалаһы “Азатлыҡ” башҡорт этномәҙәни берләшмәһе ойошторған “Йыйын” байрамында уңышлы сығыш яһаны.

«TURK fest.kst» фестивале – күп ҡырлы һәм сағыу байрам. Ул төрки халыҡтарының мәҙәниәте менән яҡындан танышыу мөмкинселеген арттыра, дуҫлыҡ ептәрен нығыта. Фестивалдә ҡатнашыусылар йыр-бейеүҙәр аша теге йәки был халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтеүгә өлгәште. Беҙҙең артистар ҙа был мәртәбәле сарала ҡатнашыу бәхетенә эйә булды һәм халҡыбыҙ мәҙәниәтенең үҙенсәлектәрен сығыштары аша күрһәтте.

Минувшие выходные выдались насыщенными для наших артистов. Две творческие бригады Сибайской филармонии под руководством и. о. директора Калимуллина Ю.М. приняли участие в праздничных мероприятиях в г. Костанай Республики Казахстан. Артисты выступили в республиканском фестивале «TURK fest.kst» среди тюркоязычных народов, а также на праздничном мероприятии «Йыйын», которое организовало Башкирское этнокультурное объединение «Азатлык» г. Костанай в рамках празднования дня города.
Фестиваль этнокультурных объединений «TURK fest.kst.» – это яркий и многообразный праздник, который даёт уникальную возможность окунуться в богатство и разнообразие тюркской культуры. Участники мероприятия делились своим наследием и традициями через песни, танцы и ремесла. Отрадно, что артисты филармонии продемонстрировали богатство культурных традиций нашего народа.

#СКТО#СибайскаяФилармония#TurkFest2023