Сибай ҡалаһының концерт-театр берекмәһендә Асҡар Абдразаҡовтың вокаль сәнғәте Академияһының сығарылыш студенттары отчет концерты менән сығыш яһаны. Проектта республиканың сәнғәт уҡыу йортон тамамлаусы 12 өмөтлө йәш йырсы ҡатнашҡан. Улар араһында Сибай сәнғәт колледжында белем алыусы Ләйсән Мәғәфүрова, Рәил Әхтәмов, Йәмил Ғайсин бар. Ҡыҙҙар-егеттәр проект барышында Лариса Әхмәтова, Иҙрис Ғәзиев, Эльвира Фәтихова, Артем Макаров кеүек атаҡлы сәнғәт әһелдәренән һабаҡ алған.
-Йәш йырсыларҙы асыҡлап, уларҙы бөйөк сәнғәт юлына баҫтырыу, оло сәхнәгә юл ярыу – проекттың төп маҡсаты. Сараны тормошҡа ашырырға ярҙам иткән республика етәкселегенә, Ҙур театр етәкселегенә, мәҙәниәт, мәғариф министрлыҡтарына, мәҙәни инициативалар Президент фондына ҙур рәхмәт! Беҙ Академияның эшен киләһе йылда ла дауам итәсәкбеҙ, – тине проекттың художество етәксеһе, мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы советнигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов.
Сибай тамашасыһы Иҙрис Ғәзиев, Асҡар Абдразаҡов, Лариса Әхмәтова, Эльвира Фатыхова башҡарыуында классик операларҙан өҙөк, башҡорт, рус, халыҡ йырҙарын тыңлап кинәнде.