22 сентябрҙән алып 29 сентябргә ҡәҙәр Өфөнөң Йәштәр театрында күренекле драматург, яҙыусы Наил Ғәйетбаевтың 75 йәшенә арналған декадник уҙғарыла. Унда республикабыҙҙың барлыҡ театр коллективтары ҡатнаша.
Бөгөн, 26 сентябрҙә, Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры баш ҡаланың кескәй тамашасыларына яҡташ авторыбыҙ Наил Ғәйетбайҙың “Ике һайыҫҡан” спектаклен ҡуйҙы. Сарала драматург үҙе лә ҡатнашты һәм олпат юбилейы айҡанлы ихлас ҡотлауҙар ҡабул итте. Уның әҫәре буйынса ҡыҙыҡлы, мажараларға бай, фәһемле тамаша әҙерләп алып килеүсе “Сулпан” театры артистарына автор ҙур рәхмәт белдерҙе.