Сибай концерт-театр берекмәһенең 30-сы ижади миҙгеле асылыу алдынан “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле шөғөлләнгән репитиция залына махсус хәрби операцияла һәләк булған талантлы бейеүсе Илнар Хәтмуллин исеме бирелде. Репитиция залына ингән ергә алтаҡта ҡуйылды. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Илнар Илдар улы өлөшләтә мобилизацияға эләккәнгә ҡәҙәр, бейеү ансамбленең солисы ғына түгел, репетиторы булып эшләп тә өлгөргән.
Репетиция залын асыуҙа Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев, Илнарҙың әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лариса Хәтмуллина, һөйөклө кәләше Фидәлиә Хәтмуллина ҡатнашты.
-Һуғыш берәүҙе лә аямай. Бәрелеш башланғандан алып аҫыл-аҫыл ир-егеттәребеҙҙе юғалттыҡ. Уларҙы Тыуған ил, яҡташтары бер ваҡытта ла онотмаҫ. Илнар ҙа мәңге беҙҙең хәтерҙә. Ул беҙ тыныс тормошта йәшәһен, һеҙ ошондай мөһабәт бинала йырлаһын, бейеһен, халыҡҡа мәҙәниәтте еткереүҙе дауам итһен өсөн башын һалды. Аяҙ күк йөҙөнөң ҡәҙерен беләйек! Шундай батыр ул үҫтергән Лариса Шайнур ҡыҙына рәхмәт! Һеҙҙең алда баш эйәм!– тине Азамат Мырҙағәле улы, залды асыу тантаһында.
Залға үтеү менән “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең ир-егеттәре Ғәҙелша шарлауығында башҡарған бейеү клибы ҡуйылды. Илнар солист булараҡ, алғы фонда. Һәр кемдең күҙҙәренә йәш тығылды. Клип тамамланыуға залға Илнарҙың кескәй улын индерҙеләр. Улы хас атаһы. Илнарҙың дауамы бар, тимәк, уның нәҫеле, бейеүҙәре дауам итәсәк.