Сибай ҡалаһының концерт-театр берекмәһендә «Беҙҙең хәтер тулҡындарында» дуҫтарҙы хәтерләү концерты ойошторолдо. Көҙгө кистә ҡалабыҙ музыканттары, йыр башҡарыусылар, берекмә йырсылары баҡыйлыҡҡа иртә күскән сәнғәткә ғашиҡ дуҫтарын тик яҡшы яҡтан иҫкә алды. Улар яратып башҡарған йырҙарҙы йырланы. Сарала һуғыш ҡорбандары булған яҡташтарҙың да йөҙҙәре, һындары күҙ алдына баҫты.
Ретро йырҙар, ҡурай, скрипка, гитара, баян моңо, «Сибай» халыҡ бейеү ансамбленең яуҙа һәләк булған солисы Илнар Хәтмуллин менән ҡуша бейеүе күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртте, алыҫта ҡалған йәшлеккә, барыһы ла яҡшы, барыбыҙ ҙа теүәл саҡтарға алып ҡайтты.