Сибай концерт-театр берекмәһе артистары баш ҡала сәхнәһендә уңышлы сығыш яһаны. Республика көнө уңайынан уҙғарылған Хөкүмәт концертында Өфө тамашасыһы милли рух менән һуғарылған, күп милләтле республикабыҙҙың дуҫлығын, берҙәмлеген сағылдырған сағыу сығыштарын алҡыштарға күмде.