Сибай концерт-театр берекмәһенең тулы ижади коллективы Йылайыр районының Йылайыр ауылында ҙур концерт менән сығыш яһаны.
«Йылайырҙар концертҡа йөрөмәй, унда башҡорттар аҙ йәшәй», – тиһәләр ҙә, был юлы Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге залы тулы булды. Тамашасылар һәр сығышыбыҙҙы дәррәү алҡыштарға күмде, рәхәтләнеп йыр-моң донъяһына сумды, дәртле бейеүҙәр күңелдәрен елкендерҙе. Йылайырҙа ла рухлы халыҡ йәшәүен белдек, инде был тарафтарҙа йышыраҡ булырға кәрәк, тигән һығымтаға килдек.
?Рәхмәт, йылайырҙар!