Сибай концерт-театр берекмәһенең ҙур залында үҙенсәлекле тауышлы йырсы Зәбирә Әминеваның “Мин ғүмерҙе көйгә һалдым” концерты бер тында гөрләп уҙҙы.
Сәхнәгә 20 йыл тоғро хеҙмәт иткән йырсының юбилей концертында бер туған апайы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резида Әминева, берекмәнең бөтә ижади коллективы – артист-вокалистар, “Сибай” халыҡ бейеү ансамбле, халыҡ инструменттары оркестры ҡатнашты.
Зәбирә Рәүеф ҡыҙы 25 йыл ғүмерен мәҙәниәткә бағышлаған, шуның 20 йылын – профессиональ сәхнәгә арнаған. Йырсы ожмахҡа тиң тәбиғәтле Бөрйән районында ишле ғаиләлә тыуған. Ғаиләләге 6 ҡыҙ ҙа йыр-моңға маһир, мандолина, гармунда уйнай. Резида һәм Зәбирә Әминевалар иһә республикабыҙҙа билдәле йырсылар булып танылған. Тормош иптәше – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, музыкант Марс Ишморатов менән уларҙы сәхнә ҡауыштыра. Ижади ғаилә пары 15 йыл Нефтекама ҡалаһы филармонияһында эшләгән. Бынан 5 йыл элек Сибайға ҡайтҡандар. Улар Раян исемле улға һәм Зөлхизә исемле ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Улдары һөнәре буйынса хәрби кеше, ҡыҙҙары Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем ала.